Төбәктә МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн коллектив ғибәҙәт ҡылыуҙар ойошторола башланы

Башҡортостан мәсеттәре һәм сиркәүҙәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн коллектив ғибәҙәт ҡылыуҙар ойошторола башланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ғибәҙәт өсөн айырым көндәр билдәләү башланғысы менән сыҡҡайны. Был турала осрашыуҙар барышында хәрбиҙәрҙең туғандары һәм яҡындары һораған. Башҡортостан башлығының тәҡдимен дини конфессиялар лидерҙары ла ҡеүәтләне. Ватан һаҡсыларының именлеге өсөн айырым доға яҙылып, иман йорттарына таратылған.

Өфөнөң «Рамаҙан» мәсетендә һәр йома һайын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың именлегенә доға ҡылыу ҡаралған. Коллектив намаҙҙар алғы һыҙыҡтағыларға рухи көс, ғаиләләренә сабырлыҡ өҫтәр тип көтөлә.