Республика Башлығы белдереүенсә, ил президенты Владимир Путинға шундай мөрәжәғәт ебәрелгән. "Башҡортостан" полкының Даян Мурзин исемендәге батальонындағы взвод командиры Илдар Суфияров быйыл апрелдә һәләк була. Ҡаты алыш барышында ул күҙәтеү пунктында позициянан сигенмәй, һуңғы сиктә граната менән үҙен шартлата, өс дошманды ла юҡ итә.