Ведомство-ара төркөмдөң эш һөҙөмтәләре буйынса шундай ҡарар ҡабул ителгән. Талаптар Йомағужа, Павловка, Нөгөш һыуһаҡлағыстарына ҡағыла. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, махсус тәртип гидрометеорологик үҙгәрештәрҙе тиҙ арала иҫәпкә алырға, һыу баҫыуҙан зыянды кәметергә булышлыҡ итә. Әле объекттарҙа тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү ойошторолған.