Башҡортостанда баскетбол менән 76 мең кеше шөғөлләнә

 Был турала социаль селтәрҙә  премьер-министр  Андрей  Назаров  хәбәр итә.  "КЭС Баскет" чемпионаттары  республикала  меңдән ашыу  мәктәпте  берләштерә.  Башҡортостан биш йыл эсендә  Радий  Хәбиров  ярҙамы  менән Рәсәйҙең алдынғы  спорт төбәктәренең береһенә  әүерелде.  Ҙур спорт  ярыштары  беҙҙә  йышыраҡ  уҙғарыла.  Октябрь айында  Башҡортостан "Рәсәй  - спорт державаһы" форумын ҡабул итә,  тип  яҙа  Андрей  Назаров.