Быйыл Башҡортостан юлдарында 60 ҙур ҡырағай хайуан һәләк булған

 Тәбиғәттән файҙаланыу  һәм  экология  министрлығынан  хәбәр итеүҙәренсә, машиналар  23 мышы, 33 ҡоралай, 4 ҡабан сусҡаһын бәрҙергән.  Водителдәргә  махсус билдәләр ҡуйылған урындарҙа  үтә  иғтибарлы  булырға  кәңәш ителә. Тәбиғәткә  килтерелгән зыян ОСАГО полисы  буйынса  ҡаплана, страховка килешеүе булмаһа  водитель түләй.