Был турала хөкүмәт ултырышында белдерелде. Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, беҙҙең республика Волга буйы округында урман ултыртыу майҙаны буйынса беренсе урында. - Йыл һайын урман ҡырҡылғандан күберәк ултыртыла. Иҡтисад һәм экология араһында баланс тоторға тырышабыҙ, тине ул. 2019 йылдан башлап урмандарҙы һаҡлау буйынса эш федераль проектҡа ярашлы алып барыла.