Башҡортостан туризм өсөн гранттар алды

 Уларҙың дөйөм суммаһы  86 миллион  һум. Был аҡса  22 бизнес  проектты  ғәмәлгә  ашырыуға  тотонола, тип  белдерҙе  Эшҡыуарлыҡ  һәм туризм министры  Зөһрә  Гордиенко.  Конкурсҡа  72 ғариза тапшырылған булған.  Еңеүселәр араһында  туризм инфраструктураһын яҡшыртыу,  пляждар булдырыу, кемпингтар асыу  буйынса  проекттар бар. Быйыл Башҡортостан  туризм  үҫеше  өсөн  166 миллион  һумлыҡ  гранттар йәлеп иткән.