Йәштәр хоккей лигаһында яңы миҙгел сентябрҙә башлана

  Даими беренселеккә старт киләһе айҙың тәүге көнөндә  старт бирелә.  Уны уҙған миҙгелдәге  Харламов кубогы финалсылары Санкт-Петербург һәм Ярославль командалары башлап ебәрә. “Толпар” клубы тәүге осрашыуын 4 сентябрҙә Әлмәттә “Спутник” менән үткәрә. Йәш юлаевсылар быйыл Көнсығыш конференцияһының “Көмөш” дивизионында сығыш яһаясаҡ.