Сарала ойошманың Мәскәү, Силәбе, Удмуртия кеүек субъект бүлексәһе резиденттары ҡатнашты. Тәжрибә уртаҡлашыу, бизнес буйынса партнерҙар табыу форум маҡсаттары булып тора. Башҡортостанда иһә Йәш сәнәғәтселәр клубы 2 йыл элек барлыҡҡа килгән, бөгөн унда 7 резидент иҫәпләнә. Был йүнәлештә эшләгән йүнселдәр ойошмаға ирекле рәүештә инә ала. Йәш сәнәғәтселәр көндәре сиктәрендә йәш эшҡыуарҙар республиканың бер-нисә сәнәғәт предприятиеһы эшмәкәрлеге менән дә танышты.