Республикала «Һөт кухняһы» өлкәндәр өсөн сығарған яңы продукция кибет кәштәләрендә урын алды

Әлегә ул төбәк селтәрҙәрендә генә һатыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы аҙыҡ төрө Октябрьский ҡалаһында урынлашҡан предприятие цехтарының береһендә етештерелә. Ошо маҡсатта унда ремонт эштәре башҡарылған, яңы ҡорамалдар алынған. Өлкәндәр өсөн һөт ризыҡтарының төп сифат стандарттары балаларҙыҡынан айырылмай. Улар фермер хужалыҡтарынан алынған һөттән әҙерләнә. Белгестәр әйтеүенсә, продукцияның составы тулыһынса тәбиғи, унда яһалма ҡатнашмалар ҡулланылмай.