«Зәңгәр беретлыларға» стела. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан тантаналы сара үтте. Тулыраҡ БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
Быйыл һауа-десант ғәскәрҙәре үҙҙәренең быйыл 94 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан Иҫке Сибай ауылында «зәңгәр беретлылырға» стела асылды. Уны Фәиз Иҙрисов тәҡдим итә, десантсының фекерен ауылдаштары ла хуплай.
Тантанаға райондың һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр, ветерандар, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы йылды. Сарала десантсы, махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән Шәриф Ямантаевта ҡатнашты. Ҡасандыр тыуған иле алдында биргән хәрби антынта тоғро ҡалған егет, ауыр яралы булыуына ҡарамаҫтан тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, алға яҡты ышаныс менән ҡарай.
Байрамдары уңайынан «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһында әүҙем ҡатнашыусыларға, стела асыуҙа ярҙам итеүселәргә рәхмәт хаттары тапшырылды. Күмәк көс менән ҡуйылған обелиск - десанттар батырлығына хөрмәт билгеһе. Был ер киләсәктә уларҙың бергә йыйылыу, осрашыу урыны ла булып торасаҡ.
Раушания Рәхимова