Өфөлә алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек йылдам бара

Баш ҡаланың иң күләмле капиталь ремонты Беренсе май урамында ойошторолған. Урындағы йылылыҡ магистрале 64 йыл элек сафҡа ингән, быға тиклем капиталь ремонт ни бары ике тапҡыр - 1994 һәм 2009 йылдарҙа үткән. Ул 300-гә яҡын объектты, шул иҫәптән мәктәп, балалар баҡсалары һәм медицина учреждениеларын йылылыҡ менән тәьмин итә. Капиталь ремонт планға ярашлы үтә. Эш барышында эҫе һыу һүндерелмәгән. 19-сы йылылыҡ магистрален капиталь ремонтлау 600 метрға яҡын торба үткәргесен алмаштырыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ йылылыҡ камералары һәм каналдың төҙөлөш конструкциялары монтажлана. Маҡсат - Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарында йәшәүселәрҙе йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһының сифатын яҡшыртыу һәм ышаныслылығын нығытыу.

Был участкалағы капиталь ремонт ике этапта үткәрелә. Тәүгеһе тамамланыу алдында. Торбалар алмаштырылды, әле йәшел төҫкә буялған торбалар траншеяларға төшөрөләсәк, артабан уларҙы изоляциялау һәм барлыҡ конструкцияларҙы тоташтырыу эше башланасаҡ. Әле йылылыҡ магистрале 60 процентҡа әҙер. Объектты 1 сентябргә файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ.

Дамир Мостафин, «Башртс-Өфө» ойошмаһының төньяҡ районы баш инженеры