Ике аҙна ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Алға һыҙыҡҡа. Ике аҙна ялдан һуң бер төркөм яугирҙар йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатырға яҡындары, власть вәкилдәре һәм хәрбиҙәр йыйылды. Ватан һаҡсыларын Өфө-Арена боҙ һарайы алдынан тантаналы шарттарҙа оҙаттылар. Яҡташтарыбыҙҙы хеҙмәт иткән урындарына тиклем илтеү өсөн уңайлы автобустар бүленгән. Яугирҙар отпускты мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланырға тырышҡан. Улар ял көндәрен ғаиләһе, яҡындары эргәһендә үткәргән, илһөйәрлек сараларында ҡатнашҡан. Алғы һыҙыҡта яҡташтарын көткән ир-егеттәргә улар посылка, хаттар һәм башҡа гуманитар ярҙам алып китте.

Отпусктан һуң хәрби хеҙмәткә китеү - минең өсөн ғәҙәти күренеш, сөнки мин ялға өсөнсө тапҡыр ҡайттым. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙы ғаиләм, туғандарым кеүек күрәм - бик оҙаҡ ваҡыт аралашабыҙ, хәрби маҡсаттарҙы бергә үтәйбеҙ. Ял ваҡытында яҡындарым менән күберәк аралашып, уй-фекерҙәремде тәртипкә килтереп, көс тупларға тырыштым.

«Солтан» ҡушаматлы яугир