Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн ғибәҙәт ҡылыуҙар ойошторола

Һаулыҡ һәм тыныслыҡ өсөн. Башҡортостан сиркәүҙәрендә һәм мәсеттәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн ғибәҙәт ҡылыуҙар ойошторола. Республика башлығы Радий Хәбиров ғибәҙәт өсөн айырым көндәрҙе билдәләргә тәҡдим итте. Төбәк етәксеһе, был аҙым махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының үтенесе тип белдерҙе . Изге тәҡдимде дини конфессиялар лидерҙары хуплап ҡабул итте. Улар белдереүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар именлеге өсөн ғибәҙәт ҡылыу батырҙарыбыҙға рухи көс, уларҙың ғаиләләренә берҙәмлек һәм сабырлыҡ өҫтәйәсәк. График һәр ғибәҙәтхана өсөн айырым төҙөлә.