Стәрлебаш районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн хәйриә концерты уҙҙы

Үҙебеҙҙең яугирҙар өсөн. Стәрлебаш районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн хәйриә концерты уҙҙы. Сарала башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашты. Уларҙың күпселеге ошо районда тыуып үҫкән сәнғәт оҫталары. Концертҡа билеттар бер нисә көн алдан уҡ һатылып бөткән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары сараның түрендә булды. Сәхнәгә яугирҙар үҙҙәре лә күтәрелде. Концерттан бөтәһе 165 мең һум аҡса йыйылған, был сумма яҡташ яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр һатып алыуға тотоноласаҡ.