Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында «Атайсал» проекты буйынса төҙөкләндерелгән шишмә барлыҡҡа килде

Һыу сығанағын тәртипкә килтереү тәҡдиме менән Маликовтар ғаиләһе ғаиләһе сыҡҡан. Ауылдаштар изге Әүлиә тауы битләүендәге бәләкәй шишмәне төҙөкләндереп ҡойо ҡаҙған, сығанаҡҡа юл һалған, халыҡҡа ял итеү өсөн шарттар тыуҙырған. Киләсәктә шишмә тирә-яғын йәшелләндерергә ниәтләйҙәр. Дөйөм алғанда, Яңы Яуыш ауылы халҡы тыуған төйәген күркәмләүгә күп көс һала. Яуыштар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашып, мәсет төҙөү, мәктәп биләмәһен төҙөкләндереү, урындағы зыяратты кәртәләүгә лә ирешкән.