Сарала уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә эшләүсе физкультура уҡытыусылары тәбрикләнде, саф һауала ҡунаҡтар һәм спорт яратыусылар зарядка эшләне. Физкультура уҡытыусыһы көнө республиканың бөтә район-ҡалаларында үтә. Ғәҙәттә һөнәри байрам августың икенсе йәкшәмбеһендә ойошторола. «Спорт ере» марафонында еңеүселәр бәйгенең федераль этабында ҡатнашасаҡ тип көтөлә.