Өфөнөң Дим районында Тимер юлсылар көнө уңайынан тантаналы байрам сараһы уҙҙы

Тимер юлсылар һөнәри байрамын билдәләй. Өфөнөң Дим районында Тимер юлсылар көнө уңайынан тантаналы байрам сараһы уҙҙы. Тармаҡ ветерандары, күп йылдар тимер юл хеҙмәтенә тоғро ҡалған эшселәр тәбрикләнде. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Тимер юлсылар көнө августың тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнә. Байрам алдынан тармаҡ хеҙмәткәрҙәре йола буйынса Дим районының мәҙәниәт һәм ял паркында йыйылды. Һәр йыл һайын сараның Дим биҫтәһендә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Бында 137 йыл элек төҙөлгән тимер юл бөгөн дә мөһим роль уйнай. Тармаҡта йөҙҙәрсә кеше хеҙмәт итә.

Республикала тимер юл тармағында 10 меңдән ашыу кеше эшләй. Ғаилә династиялары байтаҡ. Мәҫәлән, Эльмира Рәхмәтуллинаны 27 йыл элек был эшкә атаһы алып килгән. Уның күп йыллыҡ хеҙмәте Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде.

Атайым 40 йыл тимер юлында эшләне. Мине тимер юлына эшләргә алып килгәс, шунда уҡ өйрәнеп китә алманым. Ә хәҙер тулы ышаныс менән тимер юлы - ул минең тормошом тип әйтә алам. Тәүҙә Өфөлә, хәҙер Дим станцияһындамын. Яратып эшләнем һәм эшләйем.

Эльмира Рәхмәтуллина, Дим станцияһы хеҙмәткәре

Тимер юлы Башҡортостан иҡтисады алға китешенә ҙур йоғонто яһаған мөһим тармаҡ. Уны модернизациялау буйынса яңы проекттар тормошҡа ашырыла. Дим - Иглин электропоезы йөрөй башлаясаҡ. Дим биҫтәһендә яңы станция төҙөлә, Шулай уҡ Яркий һәм Шаҡша станциялары барлыҡҡа киләсәк.

Һуңғы ике йылда яңы ун бер поезд алдыҡ. Яңыраҡ ҡына Финист электропоезы килтерелде. Ул Куйбышев тимер юлында тәүгә йөрөй. Киләһе йыл 5 поезд һатып алыу күҙаллана, уның икеһе Көнсығыш Экспрессҡа ебәрелә- Магнитогорскийға тиклем.

Руслан Ғарипов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары

Республика тимер юлдары аша быйыл 11 миллион тонна йөк ташылған, 3 миллиондан ашыу пассажир йөрөтөлгән. Йылдан-йыл тимер юлы транспорты пассажирҙары өсөн заманса уңайлыҡтар тыуҙырыла. Пассажир ағымы 22 процент тирәһенә арта.

Рәмилә Исмәғилева