Өфөлә иң тәмле фестиваль үтте. «Аҡбуҙат» ипподромында 18-се ҡымыҙ бешеүселәр республика конкурсы ойошторолдо. 20-нән ашыу хужалыҡ үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусылар ҡымыҙҙың төрлө төрҙәрен тәмләп ҡарай алды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Ҡойма ямғырҙар ҡымыҙ һөйөүселәргә ҡамасауламай. Был эсемлекте Башҡортостандың төрлө тарафтарында эшләүселәр Өфөгә йыйылып, баш ҡала халҡына үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Ҡымыҙ бешеүселәр араһында республика конкурсы 18-се тапҡыр ойошторола. Һуңғы йылдарҙа ул «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале сиктәрендә уҙғарыла. Ярыш милли эсемлеккә, уны популярлаштырыуға арналған. Сара ҡунаҡтары ҡымыҙҙың төрлө төрҙәрен тәмләп ҡараны.
Быйыл йәй айырыуса яуым-төшөмгә бай булды. Дымлылыҡ юғары булыу арҡаһында үлән еүеш, ә ул үҙ сиратында ҡымыҙ сифатына йоғонто яһауы ихтимал. Белгестәр билдәләүенсә, шифалы эсемлектең сифатын юғалтмау өсөн технологияларҙы үтәү мөһим. Конкурсҡа йыйылыусылар был бурысты үтәй алған тип әйтергә мөмкин. Һатыуҙың йылдам барыуы ошоно иҫбатлай.
Ҡымыҙсылар конкурсы бер нисә этаптан тора. Тәү сиратта ҡатнашыусыларҙың теоретик белемдәре тикшерелә. Һуңынан, жюри ағзалары шифалы эсемлекте тәмләп ҡарай, уның сифатын баһалай. Әйткәндәй, майҙансыҡта Башҡортостандың гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә эшләне. Ярыш бер нисә номинацияла үтә, еңеүсе исеменә 13 райондан 20-нән ашыу ҡымыҙ етештереүсе хужалыҡ дәғүә итә.
Конкурс сиктәрендә мауыҡтырғыс ат сабышы ла үтте. Хәйбулла районынан Тажетдиновтар ғаиләһе бәйгеләрҙә даими ҡатнашып тора. Был юлы ла ситтә ҡалмайҙар. Ярышта ҡатнашыу өсөн улар үҙ хужалығынан башҡорт тоҡомло ат алып килгән.
Шулай уҡ сарала ҡул эштәре йәрминкәһе ойошторолдо. Сәхнәлә «Бишбармаҡ» оркестры, «Хазина» этно-төркөмө һәм Дарман проекты сығыш яһаны.
Әлфинә Килдейәрова