Ялдан һуң яугирҙәр махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмөн оҙатыу сараһы “Өфө-Арена”ла үтте. Улар араһында хеҙмәттәшебеҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин бар.  “Журналист” ҡушаматлы яугир уҙған йылдың декабрендә Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнө.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

  Ватан һаҡсыларын власть, төрлө йәмәғәт һәм дини ойошма вәкилдәре сәләмләне. “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте ағзалары яугирҙәргә мәктәп уҡыусыларының хаттарын тапшырҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәренең намыҫлы хеҙмәтен билдәләп үтте. Ул бер төркөм яугиргә Генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

   Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәткә алыу дауам итә. Контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр 1 миллион 200 мең һумға етте. Килешеүгә ҡул ҡуйырға теләүселәр 117 телефоны буйынса шылтырата ала. Ситуация үҙәгенең телефоны: 122 йәки 8(347) 218-19-19.