Уҙған йылдан ҡалған иген запасы 2025 йылда сәселәсәк

 Был турала бөгөн хөкүмәттә, вице-премьер-Ауыл хужалығы министры  Илшат Фәзрахманов белдерҙе.  - Әле  келәттәрҙә  1 миллион  тонна  иген бар.  Ул сағыштырмаса яҡшы  һәм сифатлы.  Быйылғы  уңыштан орлоҡтоң сифатһыҙ булыуы  көтөлә. Шуға  уҙған йылдағы  запасты  2025 йылда  орлоҡ  итеп  ҡулланыбыҙ, тине министр. Республикала сәсеү өсөн 500 мең тонна орлоҡ кәрәк. Башҡортостанда  34 элеватор һәм келәт биналарында  бер  юлы  4 миллион тонна иген һаҡлау  мөмкинлеге бар.