Шишмә районында коммерцияға ҡарамаған ойошманың тотороҡло үҫешен нисек тәьмин итеү тураһында фекер алыштылар. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы менән республика башлығы гранттары фонды һәм Йәмәғәт палатаһы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында семинар ойошторҙо. Программала белем биреү майҙансыҡтары һәм экскурсия планлаштырылған. Белгестәр коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың тотороҡло эшләү алымдары, тәжрибәһе һәм социаль проектлау тураһында һөйләне. Шулай уҡ теләгән һәр кем экспресс-консультация үтеп, проекттың артабан гранттар конкурсында ҡатнашыу мөмкинлектәре тураһында белешә алды.