Өфөнөң Киров районындағы 119-сы мәктәбенә капиталь ремонт эшләнә

Республикала яңы уҡыу йылына әҙерлек тулы ҡеүәтенә алып барыла. Өфөнөң Киров районындағы 119-сы мәктәбенә капиталь ремонт эшләнә. Сентябрҙә 1500 уҡыусы яңыртылған мәктәпкә киләсәк. Белем усағын төҙөкләндереү барышын БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева барып күрҙе.

Өфөнөң Киров районында 1990 йылда асылған был мәктәптә капиталь ремонт тәүгә. Төҙөкләндереү «Мәктәптә белем биреү системаһын модернизациялау» федераль проекты буйынса алып барыла. Уҙған быуат төҙөлөшөнән бында стеналар ғына ҡала.

Кабинеттар, түбә, инженер селтәрҙәре алыштырыла, яңы ишектәр.. Мәктәптең ҡыйығы тулыһынса яңыртыла, фасады керамогранит менән көпләнә.

Белем усағын ремонтлау өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 100 миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Объектта ремонт эштәре барышын Киров районы хакимиәте башлығы етәкселегендә комиссия аҙна һайын тикшерә.

Кафель түшәлә, мәктәптең фасадын яңыртыу эше тамамланып килә. Яңы турникеттар ҡуйыласаҡ, мәктәп яны участкаһы ла төҙөкләндерелә. Бөтә эштәр 85 процентҡа теүәлләнгән.

Илья Злыгостев, прораб

Объектты төҙөкләндереүҙә 70 эшсе ҡатнаша. Иҫке электр үткәргестәр хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән, ти Флүр Фәрәхетдинов.

Яңы парталар килтерелгән. Ун интерактив таҡта, ноутбуктар- кабинеттар заманса йыһазландырыла. Физика, химия кабинеттары ла һуңғы талаптар буйынса ҡорола. Эшселәр әле спортзалды биҙәкләү эштәрен башҡара. Ашхана иһә биш йыл элек кенә санитар нормаларға яраҡлаштырып ремонтланған.

Ремонт март айында башланған. Дүртенсе сиректе уҡыусылар ҡаланың өс мәктәбендә уҡыған. Подрядсы менән килешеү буйынса объектта ремонт август урталарында тамамланырға тейеш.

Рәмилә Исмәғилева