Әлшәй районы Иҫке Аҡҡолай ауылында йәшәүсе иргә 23 йәш, ике ҡыҙ тәрбиәләй, Раевка үҙәк район дауаханаһында эшләгән. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, ул ысын патриот, үҙ ирке менән контракт төҙөгән. - Яҡташтарым менән ғорурланам, тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйем, - ти Дамир Мостафин. Президент Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бер тапҡыр 400 мең һум түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алғанда, Башҡортостан хәрбиҙәренә бер юлы 1 миллион 205 мең һум бирелә.