Республика юлсылары Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһындағы Шевченко урамында ремонтты тамамланы. Эш барышында юлдың профиле тергеҙелде, соҡорҙар тигеҙләп, асфальт түшәлде, тип белдерәләр Юл хужалығы һәм транспорт министрлығынан. Ҡаланың Магистраль, Дзержинский, Павловский, Пахоли урамдарында ла төҙөкләндереү башҡарылған. Быйыл Красный Лучта 92 объект ремонтлана. Башҡортостан вәкилдәре мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана, мәҙәниәт йорто һәм торлаҡ йорттарҙы төҙөкләндерә, коммуналь һәм инженер селтәрҙәре, юлдарҙы ремонтлай. Яңы төбәктәргә ярҙам итеү программаһы өс йылға ҡабул ителде. Ошо ваҡыт эсендә 300-гә яҡын объект тәртипкә килтереләсәк.