Ул йылҡысылыҡ традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы арттырыу һәм танытыу маҡсатында ойошторола. Халыҡ-ара сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән үткәрелә. ““Башҡорт аты” фестивале республикаға туристарҙы йәлеп иткән байрамдарҙың береһе. Сәйәхәтселәр артҡас, эшҡыуарҙар ҙа әүҙемерәк эшләйәсәк”, - тигән фекерҙә Башҡортостан туризм берлеге етәксеһе Кинйә Күскилдин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Аҡбуҙат” журналының июль һаны тулыһынса “Башҡорт аты” фестиваленә бағышланған. “Баҫманы аттарҙың һүрәттәре биҙәй. Йылҡы малы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланыҡ”, - ти журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала башҡорт атын фәнни нигеҙҙә өйрәнеү маҡсатында Йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса берләшмә булдырылды. Ул “Башҡорт аты” ғилми тикшеренеү институты менән берлектә тоҡомло аттар генофондын һаҡлап ҡалыу менән шөғөлләнә.