Благовещен районында вандалдар арҡаһында автобус туҡталыштарына быяла ҡуйылмай

Район хакимиәте башлығы Анна Карабанова хәбәр итеүенсә, үткән ял көндәрендә  билдәһеҙ кешеләр ике туҡтатылышта быяланы ватҡан. - Аҙна һайын быяла алмаштыра алмайбыҙ. Хәҙер поликарбонатҡа заказ бирҙек, вандалдарҙы әле  еңеп булмай - тип  яҙа Анна Карабанова.