Был хаҡта социаль селтәрҙә Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе. 1 сентябрҙең ял көнө — йәкшәмбегә тура килеүе менән бәйле, дәрестәр дүшәмбегә күсә."Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле коллегалар, ата-әсәләр! Быйыл Белем көнөн үткәреү тураһында һорауҙар күп килә. Белем биреү ойошмаһында уҡыу йылы 1 сентябрҙә башлана. Әгәр был көн ял көнөнә тура килһә, был осраҡта уҡыу йылы уның артынан килгән беренсе эш көнөндә башлана. Шулай итеп, быйыл яңы уҡыу йылы 2 сентябрҙә башлана", - тип хәбәр итте ведомство етәксеһе.