Был турала премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте. - Беҙ заманса юл яны объекттарын булдырыу буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. 5 йылда Башҡортостанда 245 күп функциялы комплекс төҙөлдө, 737 объект яңыртылды. Быйыл 600-гә яҡын комплекс төҙөү һәм реконструкциялау маҡсаты ҡуйылған, тине Премьер-министр.