Мәктәптәрҙә барыһын да бушлай ашатырға тәҡдим итәләр

Дәүләт Думаһында  бөтә  уҡыусыларҙы  бушлай  йылы  аш менән тәьмин итеү башланғысы күтәрелде. Әле 5-се-11-се класс уҡыусыларын да ашатыу мөмкинлеге өйрәнелә. Сығымдар федераль һәм төбәк бюджеттарынан бүленергә тейеш. Закон проекты  әҙерләнгән. Бөгөн бушлай йылы аш менән башланғыс класс уҡыусылары, сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә  тәрбиәләнеүсе балалар тәьмин ителә.