Өфөлә 112-се кавалерия дивизияһы скверы төҙөкләндерелә

Был турала социаль селтәрҙә баш ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев хәбәр итә. Дим биҫтәһендә 1972 йылда асылған скверҙа быға тиклем капиталь ремонт уҙғарылмаған.  “Советтар Союзы геройы Иван Рыбалконың һәйкәлен төҙөкләндерәбеҙ, локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә асылған стелланы яңыртабыҙ. Планда- яңы юлдар, бәләкәй архитектур скульптуралар, яҡтыртҡыстар ҡуйыу, йәшелләндереү”, тип яҙған Радмир Мәүлиев. Проект Өфөнөң юбилейы һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.