Киләһе йылда студенттар баскетбол ассоциацияһының Йондоҙҙар матчы Өфөлә үтә

Республика хөкүмәте  һәм ассоциация араһында ошо турала килешеү төҙөлдө. Ҙур турнир 2025 йыл башында "Өфө-Арена"ла уҙғарыла. Унда бөтә илдән иң яҡшы студент-баскетболсылар ҡатнаша. Башҡортостанда  әле  баскетбол менән  70 меңдән ашыу  кеше шөғөлләнә.