Радий Хәбиров бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше тураһында яҙып сыҡты

Бәләкәй һәм урта бизнес - иҡтисадыбыҙҙың таянысы, уға тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшө тура килә. Республикала был өлкә, бөтә ауырлыҡтарға һәм ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, үҫешеүен дауам итеүе бик яҡшы, тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Башҡортостанда 132 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта, «Минең бизнесым» үҙәге һәм Башҡортостандың экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге эшен дауам итә. Башҡортостан башлығы белдереүсенсә, үҙ һөҙөмтәлелеген республиканың ҡала һәм райондарындағы бизнес-шерифтар иҫбатлай. Ярты йыл эсендә эшҡыуарлыҡ субъекты бар, был былтырғыға ҡарағанда 5 процентҡа күберәк. Бәләкәй һәм урта бизнеста бөтәһе 560 мең кеше мәшғүл. Тағы ла 226 мең кеше үҙмәшғүлдәр, йыл башынан уларҙың һаны 21,5 процентҡа күбәйгән, ә килем 78 процентҡа, йәғни яҡынса 14 миллиард һумға тиклем артҡан. Радий Хәбиров бындай уңыштың ниҙән тупланыуы тураһында бәйән итте. Былтыр эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә бер миллиард һумдан ашыу дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Быйыл да бер миллиард һум йәлеп итеү планлаштырылған. Шулай уҡ «Бәләкәй, урта һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты ғәмәлгә ашырыла, гранттар һәм субсидиялар бүленә. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттарымуниципалитеттарҙа мең ярымдан ашыу «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үткән, уларҙа 2 мең 100 проект ҡаралған. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы - 78 миллиард һум.