Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, июлдә Рәсәй оборона министрлығы менән килешеү төҙөүселәргә түләүҙәр арттырылды. Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән барыусылар өсөн бер миллион һум 200 мең һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. Ул бер тапҡыр түләнә. Бынан тыш, ватан һаҡсыларына ай һайын 210 мең һум күләмендә хеҙмәт хаҡы бүленә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн 117 - берҙәм белешмә телефон һандарына, 122 - Ситуация үҙәгенә йәки «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офисына, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталының «Контракт буйынса хәрби хеҙмәт» бүлегенә шылтыратырға кәрәк.
Башҡортостан хәрби комиссариатының һайлап алыу пунктында Рәсәй Оборона Министрлығы менән тиҫтәләрсә кеше контракт төҙөй. 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар медицина хеҙмәткәре, элемтәсе йәки ашнаҡсы булараҡ ярҙам күрһәтә ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй оборона министрлығы менән килешеүгә хаҡлы ялға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡандар, шулай уҡ әрмелә хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта һөнәри белеме булған ир-егеттәр ҡул ҡуя ала.