Благовар районынан күп бала тәрбиәләгән ғаилә федераль конкурста еңеү яуланы

Яҡуповтар «Йыл ғаиләһе-2024» федераль конкурсының «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылған. Еңеүселәрҙе бүләкләү октябрҙә Мәскәүҙә үтә. Быйылғы конкурстың федераль этабына бөтәһе 388 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 88-е финалға үткән. Яҡуповтарҙың ғаилә бәхетенең сере нимәлә? Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Яҡуповтар ғаиләһенең тарихы 2010 йылдан башлана. Ул саҡта Благовар егете Дүртөйлө ҡыҙы менән бер туйҙа таныша. Йәштәр тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ була. Улар мөнәсәббәттәрен законлы никах менән нығыта. Теүәл бер йылдан донъяға улдары Әмил килә. Малай атаһына оҡшап йыр-моңға мөкиббән киткән. .

Артабан бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы тағы ла өс ул тыуа. Үҙеп еткән туғандарҙыңшулай уҡ һәр ҡайһыһының үҙ шөғөлө бар. Ишле ғаиләлә эш һәм ял көндәрендә лә тормош гөрләп тора. Яҡуповтар ңҙ йортон төҙөп сыға. Ижади ғаилә булараҡ төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә.

Ғаилә ағзаларының буш ваҡыты юҡ, һәр көндәре алдан планлаштырылған тиһәк тә, һис тә хата булмаҫ. Ғаилә башлығы район мәҙәниәт йортонда вокал ансамблен етәкләһә, Гөлнара Рәнис ҡыҙы өҫтәмә белем биреү педагогы, балаларҙы шулай юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә лә өйрәтә. Яҡуповтарҙы федераль конкурста ҡатнашырға урындағы мәҙәни учреждение етәкселеге тәҡдим иткән. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаилә видеовизитка әҙерләгән һәм ауыл тормошо тураһында ролик төшөргән.

Һуңғы 10 йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 28 процентҡа тиерлек артып, 59 меңгә тиклем еткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Күп балалы ғаилә - илебеҙ һәм милләтебеҙҙең тормош нигеҙе, ти төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.

«Йыл ғаиләһе» федераль конкурсы 2016 йылдан уҙғарыла. Башҡортостан ғаиләләре йыл һайын еңеүселәр иҫәбендә. Ғаиләләрҙе дәүләт ярҙамы менән ҡурсау һәм традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлауға өҫтөнлөк биргән төбәк өсөн был тәбиғи.

Азат Ғәлиуллин