Аҙыҡ эҙләп. «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына йәнә айыуҙар килгән. Был юлы музей-экскурсия комплексының видеокүҙәтеү ҡоролмалары биләмәлә йөрөгән өс айыуҙы теркәгән. Уларҙың береһе төндә көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу майҙансығына килеп ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәренә шом һалған. Икенсеһе сүп-сар контейнерҙарын ауҙарып, ҡурсаулыҡ биләмәһендә аҙыҡ эҙләгән. Хеҙмәткәрҙәр асыҡлауынса, тайыштабандар ҡарбуз ҡалдыҡтары артынан килгән. Улар әйтеүенсә, айыуҙар кешеләрҙән ҡурҡыу тойғоһон бөтөнләй юғалтҡан, хайуандарҙы өркөтөп ҡыуып ебәреү ваҡытлыса ғына һөҙөмтә бирә. «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев мәсьәләне хәл итеүҙә район хакимиәте ярҙамына иҫәп тота.