Әлегә 187 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралары йыйылған. Былтырғы менән сағыштырғанда, күрһәткес 3,5 процентҡа кәмерәк. Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо, ерҙең үтә лә дымлы булыуы уңыш сифатына ла кире тәьҫир итә. БЮТ ижади төркөмө Ишембай районы хужалыҡтарында булып, ужым һәм ярауай культураларҙың торошон белеште. Яуым-төшөм эҙемтәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Республикала ураҡ эштәре ике аҙна элек башланырға тейеш ине. Әммә ҡойма ямғырҙарға бәйле хужалыктар баҫыуға сыға алмай. Ҡайһы бер участкалар, хатта, һаҙлыҡты хәтерләтә. Бында итекһеҙ ҙә үтергә мөмкин түгел.
Ер өҫтөндәге һыу кимәле 15-20 сантиметрға тиклем еткән. Яуым-төшөм иртәнге сәғәттәрҙә генә туҡтаған. Ишембай районы «Лейтер» крәҫтиән-фермер хужалығында бөгөнгә тиклем игендең бер бөртөгө лә йыйылмаған, комбайндар менән баҫыуҙы йырып үтерлек түгел - ҡеүәтле техника юл буйында уҡ бата. Предприятие етәкселеге ураҡ эштәренә бәйле барлыҡ өмөттәрҙең селпәрәмә килеүен билдәләй.
Яуым-төшөм, көслө дауылдарға бәйле ужым һәм ярауай культуралары йығылған урындар ҙа бар. Ишембай районы баш агрономы Фәүзиә Ғилманова ла урындағы хужалыҡтарҙың тотороҡһоҙ һауа торошонан зыян күреүен билдәләй. Уңыш сифаты ла ҡыуандырмай.
Хәйер, «Лейтер» хужалығында орлоҡ запастары етерлек. Келәттәрҙә лә тик улар ғына. Быйылғы ашлыҡ әле индерелә лә башламаған. Ауыл хужалығы техникаһы эшһеҙ тора. Механизаторҙар техниканы рәткә килтереү менән генә мәшғүл.
«Привалов» хужалығында ла зыян күләмен иҫәпләйҙәр. Иген баҫыуҙары үлән менән ҡаплана башлаған. «Башҡа әмәл юҡ, сабырға ғына ҡала»,-ти предприятие етәкселеге лә. Яуым-төшөмлө йәйгә ҡарағанда ҡоролоҡ йылдары күпкә уңышлыраҡ булды ти, аграрийҙар.
Июлдә генә яуым-төшөм айлыҡ норманан өс тапҡырға күберәк булған. Август уртаһына тиклем дә яҡшы һауа торошо көтөлмәй. Ауыл хужалығы министрлығы республика хужалыҡтарын ураҡ эштәренә мөмкинлек булғанда төшөргә, иген киптергестәрҙе тулы ҡеүәттә файҙаланырға саҡырҙы.
Башҡортостандың 27 районында ғына ураҡ эштәре башланған. Ике миллион гектар майҙанда ауыл хужалығы культураларын йыйып алырға кәрәк. Әлегә дөйөм күләмдең өс проценты ла үтәлмәгән. Буласаҡ уңышҡа фараздар бирергә лә ашыҡмайҙар. Ерҙең үтә лә дымлы булыуына бәйле төбәктә Ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү ҡарар ителә.
Гөлназ Хәйбуллина