Бәлиғ булмаған ғәйепләнеүсе бер нисә мутлашыу схемаһында ҡатнашыуын таныған. Егеттең эҙенә Эске эштәр министрлығына 87 йәшлек өләсәһенең аҡсаһын мутлашыусылар урлауы тураһында йәш ҡатын хәбәр иткәс төшәләр. Мутлашыусылар өлкән йәштәге ҡатынға уның килененә дауаханала аҡса кәрәк тип курьер ебәрә, пенсионер үҫмергә ышанып уға 1 млн һум аҡсаһын бирә. Курьер ғәйебен таный, әммә мутлашыу схемаһында ҡатнашҡанын белмәнем, тип тана. 16 йәшлек егет быға тиклем велосипедтар урлап тотолған булған. Мутлашыусыларға ул алданған граждандарҙан аҡса килтереп, сумманан 5 процент килем алған. Енәйәт осрағы буйынса тикшереү ойошторолған.