Ҡырмыҫҡалы районы Оло Күл ауылында мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелә

«Мәҙәниәт» милли проект сиктәрендә иҫке бинаның стеналары, иҙәндәре, түшәмдәре яңыртылған, йылытыу системаһы алмаштырылған. 1976 йылда сафҡа ингән мәҙәни объектта быға тиклем бер ҙә капиталь ремонт ойошторолмаған. Бина тулыһынса тәртипкә килтерелгәс бында тамашасылар залына яңы мебель, спорт бүлегенә инвентарь килтереләсәк.

Оло Күл ауылы мәҙәниәт йортонда бейеү, йыр түңәрәктәре эшләй. Өлкәндәрҙән тыш балалар ҙа ижад менән яратып шөғөлләнә - улар өсөн фортепьяно, һүрәт төшөрөү дәрестәре, театр түңәрәге ойошторолған. Яңыртылған мәҙәниәт йорто сентябрҙә асыласаҡ тип көтөлә, сөнки төҙөлөш эштәре графиктан алда тамамлана.