Шаран районынан махсус хәрби операция биләмәһенә 21-се гуманитар ылау оҙатылды

Ике ай дауамында урындағы халыҡ һәм эшҡыуарҙар ярҙамында хәрбиҙәр өсөн кәрәк-яраҡ әйберҙәр тупланған. Шул иҫәптән 30-ҙан ашыу маскировка селтәре һәм костюмдар үрелгән. Гуманитар ылауға аҙыҡ-түлек, гигиена саралары, ҡорамалдар, шәхси посылкалар ингән. Барыһы ла яугирҙар һорауы буйынса йыйылған. Конвойҙы район хакимиәте башлығы Марат Әхмәҙуллин оҙатып бара. Делегация яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән урынға барасаҡ.