Баймаҡ районы «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһына ҡушылды

Быйыл 14-се тапҡыр ойошторолған сараның маҡсаты - әҙ тәьмин ителгән, күп балалы, ауыр тормош хәлендә ҡалған йә тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫкән уҡыусы¬ларға 1 сентябргә әҙерләнергә ярҙам итеү. Тулыраҡ БЮТ ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.

Семеновское ауылынан Раҡаевтар 3 бала тәрбиәләй. Уртансылары Азалия быйыл Баймаҡтың беренсе мәктәбенә бишенсе класҡа уҡырға бара. Ғаиләгә ярҙам йөҙөнән ауыл биләмәһе етәкселеге ҡыҙға яңы кейемдәр алышырға ярҙам итте.

Семеновское ауыл биләмәһе йыл да хәйриә акцияһында әүҙем ҡатнаша. Мохтаж ғаиләләргә ҡаланың шәхси эшҡыуарҙары ла ҙур бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит»еүселәр аҡсалата, шулай уҡ балаларға портфель, мәктәп формаһы, уҡыу, канцелярия кәрәк-яраҡтары тапшыра ала. Бында әйберҙәрҙең яңы йәки яҡшы торошта булыуы шарт.

Шәфҡәтлелек акцияһы сиктәрендә кеше хәлен аңлаған, тирә-йүндәгеләргә битараф булмағандарҙың тырышлығы менән йыл да райондың күп балалары мәктәпкә тейешле әҙерләнә. «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһына райондың барлыҡ ойошмалары, дәүләт учрежденеилары, шәхси кешеләр «Ғәилә» үҙәгенә мөрәжәғәт итеп ҡушыла ала.

Раушания Рәхимова