Хеҙмәт биржалары урынына «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәктәре

Яңауылда ла «Демография» милли проекты сиктәрендә мәшғүллек үҙәге яңы формат буйынса төҙөкләндерелә. Әле республикала Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм баш ҡаланың Орджоникидзе районында яңыртылған үҙәктәр эшләй. Ошо йылдың аҙағынаса барлыҡ мәшғүллек үҙәктәре лә яңы форматҡа күсергә тейеш. Яңауылда ла район-ара мәшғүллек үҙәге заманса дизайн аласаҡ. Шулай уҡ адресы ла яңыра. Әле бында ремонт бара. Эштәр тамамланыу менән хеҙмәткәрҙәр ҙә уҡыуҙар үтәсәк. Киләсәктә һәр эш эҙләүсегә лә шәхсән иғтибар буласаҡ.

Бина 262 квакдрат метр майҙанды биләйәсәк. Быға тиклем эшләгән хеҙмәт биржаһынан өс тапҡырға ҙурыраҡ. Бында граждандар менән эшләү, эш биреүселәр менән осрашыу һәм дөйөм саралар үткәреү өсөн айырым зоналар була. Эш шарттары ла яҡшырасаҡ. Ремонт август аҙағына тиклем тамамланыр тип көтөлә. Сентябрҙә иһә яңы ҡорамалдар һатып алабыҙ.

Фәрит Шәрәфетдинов, Көнъяҡ-көнбайыш район-ара мәшғүллек үҙәге директоры