Яулыҡ ал, яугирҙәргә ярҙам ит!

Республикала “Еңеү яулығы” акцияһы башланды. Ул Белорет ҡалаһында йәшәгән Резедә Сайдарова башланғысы менән ойошторола. Эшҡыуар етәкләгән ательела француз яулыҡтары тегелә. “Еңеүгә һәр кем өлөш индерә ала. Сағыу ләлә сәскәләре төшөрөлгән яулыҡтар беҙҙең берҙәмлектең символы булһын”, - ти Резедә Сайдарова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Резеда Сайдарова махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. “Еңеү яулығы” акцияһы тураһында ентекләберәк “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә уҡырға мөмкин.