Республикала йәшәүселәр һунар мылтыҡтарын яугирҙәр өсөн тапшыра ала

Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев телеграм-каналында ошо турала белдергән. Ул халыҡҡа хәрбиҙәрҙең мөрәжәғәтен еткергән. Алғы һыҙыҡта күп зарядлы ҡорал һәм карабиндарға ихтыяж булыуы тураһында яҙған. Азамат Юлдашбаев әйтеүенсә, кешеләр ҡулында булған 12-се калибрлы ҡорал һәм уға яраған патрондар кәрәк. “Беҙҙең ир-егеттәр махсус хәрби операцияла бындай ҡоралды пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәштә уңышлы ҡуллана”, тигән ул. Мылтыҡтарын алғы һыҙыҡҡа ебәрергә теләгәндәр Сибайҙа Росгвардия идаралығының лицензия-рөхсәт алыу эше бүлегенә мөрәжәғәт итә ала. Ҡорал хәрби часткә ебәрелә һәм уның иҫәбенә ҡуйыла.