Башҡортостан Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле эске биҙәү эштәре алып барыла, инженер һәм коммуналь селтәрҙәр үткәрелә, шулай уҡ биләмә тәртипкә килтерелә. Тиҙҙән Мәскәүҙән фехтование менән шөғөлләнеү өсөн ҡорамалдар килтерелә башлай. Үҙәк баш ҡаланың 450 йыллығын үткәреү уңайынан юбилейлы объекттар исемлегенә ингән. Бина Затон биҫтәһендә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге янында урынлашҡан.