Республикала яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам туплана

Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы “Башҡортостан” полкы, Шайморатов һәм Доставалов батальондары, “Ватан” отряды өсөн кәрәк-яраҡтар тупланыуы тураһында иғлан итте. Шәхси посылкаларҙы 16 августҡа тиклем тапшырырға була. Алкоголь, тиҙ боҙола торған ризыҡтар ебәреү тыйыла. Бандеролдәр волонтерҙар штабының төбәк бүләксәләрендә ҡабул ителә. Шулай уҡ “Башсельхозтехника” предприятиеһының келәтендә ҡалдырырға мөмкин. Адресы: Зубов ауылы, Аграр урамы, 8/3.