Кушнаренко районында Ринат Ғариповтың «Тыуған яҡ тарихы» китабының исем туйы үтте

«Тыуған яҡ тарихы». Кушнаренко районы Ҡупай ауылында Ринат Ғариповтың ошо исемле китабының исем туйы үтте. Ринат Ғарипов - Кушнаренко районының Почетлы гражданы, ваҡытында район хакимиәтен етәкләгән билдәле шәхес. Китабында ул район тарихындағы мөһим ваҡиғалар, тыуған ерен күркәм эштәре менән йәмләүсе райондаштары һәм ауылдаштары тураһында бәйән итә. Бер үк ваҡытта яңы китап быуындар бәйләнешен, сағылдырған, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә өндәгән баҫма ла. Сараға йыйылған яҡташтары һәм ижадташ дуҫтары Ринат Ғариповтың тәүге китабыны юғары баһаланы.