Был турала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров видеоконференцияла белдерҙе. Федераль округ советы ултырышында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Унда Рәсәйҙең технологик үҙаллылығы, илдең фәнни-технологик үҫешендә төбәктәр өлөшө өйрәнелде. Игорь Комаров әйтеүенсә, Рәсәйҙең хәүефһеҙлеге һәм үҫеше төплө фән һәм алдынғы технологиялар менән тәьмин ителә. Был тармаҡтағы лидерлыҡ Владимир Путин тарафынан милли маҡсат итеп билдәләнде. Бурысты үтәү өсөн төбәктәрҙе берҙәм фәнни-технологик мөхиткә берләштереү кәрәк, тине Игорь Комаров.