Радий Хәбиров төҙөүселәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне

Йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә төҙөүселәр көнө билдәләнә. Һөнәри байрамдары уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары, Рәхмәт хәттары һәм Почет грамоталарын тапшырҙы. Башҡортостан төҙөлөш комплексы илдә иң яҡшылары исемлегендә - былтыр төбәктә 3 миллион квадрат метрҙа торлаҡ сафҡа индерелде. Республика төҙөүселәре Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә төҙөлөш эштәрен әүҙем алып бара, хәрби маҡсаттарға күп яҡлы ярҙам күрһәтә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Зәлиә Байғыуатова 30 йылдан ашыу кран йөрөтөүсе булып эшләй. Ҡеүәтле йөк машианаһы менән идара итеүсе ханым һайлаған һөнәремә бер ҙә үкенмәнем ти, сөнки тармаҡта гүзәл заттар бик кәрәкле белгестәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яуаплығы, һөнәргә иғтибарлы ҡарашы, түҙемлелеге кран йөрөтөү өсөн дә ҡулай. Яҡынлашып килгән һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм төҙөүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш тармағы белгестәренең хеҙмәтен юғары баһаланы. Республика төҙөлөш комплексы үҫеше иҡтисад тотороҡлоғона булышлыҡ итә, инвестициялар йәлеп итә. Яңы эш урындарын булдырыу, социаль объекттар, торлаҡ йорттар төҙөлөшө алдынғы күрһәткестәр менән дауам итә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2030 йылға республикала йыл һайын 4 миллион квадрат метрға тиклем торлаҡ төҙөү маҡсаты ҡуйыла.

«Торатау» конгресс-холы майҙанында ла республика етәксеһе бер төркөм төҙөүселәрҙе тәбрикләне. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре ил өсөн һынылышлы осорҙа ла төҙөлөш темптарын кәметмәй, алға барырға тырыша, заман һынауҙарын үтеп һөнәри маҡсаттарҙы үтәй.

Быйыл да республика төҙөүселәре өсөн яуаплы осор - баш ҡаланың 450 йыллыҡ тарихи юбилейына тиҫтәләгән объекттар сафҡа индерелә. Халыҡ мәнфәғәтендә төҙөлгән һәр яңы объект килер быуындарға ла хеҙмәт итәсәк.

Флорида Ким