Радий Хәбиров Екатерина Рождественскаяның «Өфөгә һөйөү менән» фотокүргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты

Радий Хәбиров Милли музейҙа Екатерина Рождественскаяның «Өфөгә һөйөү менән» тип аталған фотокүргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты. Фотопроект Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығына арнала. Ул заман, быуын бәйләнешен символлаштыра һәм төбәкте популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк, тиелде күргәҙмәне асыу тантанаһында.

Проект авторы рәсәйҙең эстрада, театр, кино, спорт йондоҙҙары, рәссамдары һәм яҙыусыларын башҡорт сувенирҙары менән һүрәтләгән. Фотолар Өфөлә һәм Мәскәүҙә төшөрөлгән.

Өфө минең өсөн яҙғы йылылыҡ бөркөгән ҡала. Бында ниндәй миҙгелдә килһәң дә матур, халҡы ихлас, ҡунаҡсыл. Фотопроект һанаулы ғына көндәр эсендә тормошҡа ашырылды. Иғлан иткәс тә йондоҙҙар ҡатнашырға хатта сират торҙо.

Екатерина Рождественская, фоторәссам

Музейҙа шулай уҡ билдәле фотохәбәрселәр Вячеслав Стрижевский һәм Рәиф Баҙыҡовтың «Өфө - 450. Кешеләр һәм ҡала» фотокүргәҙмәһе эшләй. Экспозицияла ҡаланың тарихы һәм бөгөнгөһө сағыла. Күргәҙмә Өфөнөң үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләр тураһында хәтерҙе һаҡлауҙың мөһим миҫалы булып тора.